Билдәле булыуынса, һәләк булған йәштәр - ирле-ҡатынлы булған. Ә артҡы сиденьела ултырған ун йәшлек ҡыҙҙары төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Әлеге ваҡытта ҡыҙыҡай Ауырғазы районы үҙәк дауаханаһында ята. Табиптар белдереүенсә, бала үтә ауыр хәлдә. Уның баш һөйәге һынған, мейеһенә зыян килгән һәм травматик шок алған. Урындағы табиптар бар көсөнә баланың ғүмере өсөн көрәшә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, насар һауа шарттарында водитель светофорҙың ҡыҙыл сигналына туҡтаған йөк машинаһын күрмәгән һәм ҙур тиҙлектә уның аҫтына барып ингән.
Нисек кенә булмаһын, республикала авариялар һәм уларҙа һәләк булғандар һанын кәметеү зарур. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаты бурыстар ҡуя. Һәләк булғандар һанын кәметергә, бының өсөн барыһын да эшләргә.
Был эштә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты ла ярҙамға килә. Быйыл республикала юлдарҙы ремонтлау, яңы светофорҙар һәм камералар ҡуйыу, термопластик һыҙаттар һыҙыу, яңы юл билдәләре ҡуйыу өсөн милли проект буйынса ғына ла 1,5 миллиард һум аҡса алыу планлаштырыла.
Юлдар имен булһын, һаҡ булайыҡ!
Фото: ЮХХДИ.