Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
21 Февраль 2020, 11:35

Башҡортостанда яңы музыка мәктәптәре асыласаҡ

Милли проект

2020 йылдың мартында Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы музыка мәктәбе асыласаҡ. Ул 150 балаға күҙалланған.
Шулай уҡ быйыл Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында - 100, Миәкиә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында 120 урынлыҡ музыка мәктәптәре төҙөлөшөн проектлау башланды.
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төрлө ауылдарҙа 26 музыка мәктәбен асыу ҡаралған. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 2024 йылға ун музыка мәктәбе сафҡа инергә тейеш.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Мөрәжәғәтнәмәһендә балалар өсөн музыка мәктәптәре мәсьәләһенә айырым туҡталып үткәйне. Ул был белем усаҡтарының насар төҙөлөш хәлендә булыуын билдәләне. Әлеге мәлдә төрлө төбәктәрҙә музыка мәктәптәрен федераль бюджет иҫәбенә төҙөкләндереү мөмкинселеге тыуҙы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufa.bezformata.com
Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас: