Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
29 Февраль 2020, 11:00

Рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөргә!

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов белдереүенсә, республикала былтыр муниципалитеттар көсө менән 2 918 рөхсәтһеҙ сүплектең 414-е генә юҡ ителгән. Республикалағы законһыҙ сүп-сар өйөмдәренең дөйөм майҙаны 2 301 гектар тәшкил итә.

Министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, сүплектәрҙе тиҙерәк юҡ итеү өсөн аҡса етешмәй. Бындай сүплектәрҙе юҡ итеүҙең төп ысулы – уларҙы эреләтеү. Йәғни бәләкәй сүплектәге ҡалдыҡтар ҙурыраҡтарына күсерелә.

Әлеге ваҡытта Экология министрлығы муниципалитеттарға законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөүгә бәйле дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү буйынса күрше төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнә.

Шулай уҡ республикала «Таҙа ил» төбәк проектын тормошҡа ашырыу өсөн ҡала эсендәге бөтә сүплектәр юҡ ителергә тейеш. Былтыр Өфөлә һәм Нефтекамала 16 сүплек бөтөрөлгән, Дәүләкән, Благовещен, Сибай, Баймаҡ, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларында алты сүплекте юҡ итеүгә проект документацияһын әҙерләү өсөн дәүләт килешеүҙәре төҙөлгән.

Республиканың тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу объекттары дәүләт реестрында сүп-сар күмелгән 34 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны иҫәпләнә.

Эштәр “Экология” милли проекты сиктәрендә лә башҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: