Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
1 Март 2020, 11:00

Эшкә роботтар "алынған"

Әбйәлил районының "Красная Башкирия" ауыл хужалығы кооперативының Һамар бүлексәһендә Голландиянан килтерелгән роботтарҙы монтажлау эштәре тамамланды. Ошо көндәрҙә күптән көткән роботлаштырылған һөт-тауар фермаһы үҙ ишектәрен асты.

Хужалык етәксеһе Раил Фәхрисламов белдереүенсә, Даниянан килтерелгән "голштин" тоҡомло таналар Әбйәлил ерен үҙ иткән. Әле таналарҙың быҙаулаған осоро, бөтәһе 170 быҙауҡай алынған инде.
Яҡты һәм йылы бинала ҡара-сыбар малҡайҙарға бесәнде робот һала, уларҙың аҫтын да заман техникаһы таҙарта. Яңы сафҡа ингән комплекста бөтәһе алты робот урынлаштырылған. Әле уларҙың 4-һе көн дауамында 200-гә яҡын тананы һауып өлгөрә. Компьютер артында тик бер оператор эшләй. Тейешле ваҡыт еткәс, компьютер ярҙамында кәрәкле һыйыр эҙләп табыла һәм ул робот янына индерелә. Тәүҙә малҡайҙың елендәре йыуыла, таҙартыла, артабан еңелсә массаждан һуң уға һауын аппараты кейҙерелә. Был ваҡытта малдың алдына бик “тәмле” аҙыҡ һалына. Тейешле һөт һауылып алынғас, компьютер уны сортҡа бүлеп, төрлө һауыттарға ҡоя.
Ҡасандыр тик сит илдәрҙә генә күргән заман талаптарына яуап биргән һөт фермалары хәҙер үҙебеҙҙең төбәктә булыуы күптәр өсөн ышана алмаҫлыҡ хәл кеүек тә күренәлер. Әммә уның нисек эшләүен, һәм ысынлап та, һыйырҙарҙы робот һауыуын үҙеңә күрергә кәрәк.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үҙ сығышында, роботлаштырылған фермаларҙың заман талабы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм был яңылыҡтан бер нисек тә ҡасып ҡотолоп булмауын белдерҙе. Шуға күрә малсылыҡ буйынса республика кәңәшмәһенең тап Әбйәлил ерендә үтеүен билдәләне. “Красная Башкирия” кооперативының матур башланғысын башҡалар ҙа күрһен, танышһын һәм киләсәктә һәр төбәктә заманса роботлаштырылған фермалар сафҡа инһен тигән маҡсаттан күҙ уңында тотолдо, әлбиттә.
Әйткәндәй, алдынғы хужалыҡ бер ферма менән генә туҡталып ҡалмаясаҡ, ошо уҡ комплекстың икенсеһен дә төҙөү планлаштырыла. Әлеге сафҡа ингән ферманың проект хаҡы - 250 млн һум тирәһе, дөйөм инвестиция күләме - 420 миллион һумға яҡын. Республика ҡаҙнаһынан тентлы ферманы төҙөү, таналар һатып алыуҙың ярты хаҡына торошло субсидия биреү ҡаралған. Хужалыҡ етәкселәре әйтеүенсә, төҙөлөшкә киткән сығымдар һигеҙ йыл эсендә үҙен ҡапларға тейеш. Бөгөнгә иһә республикала ғына түгел, Бөтә Рәсәй буйынса был хужалыҡта Европа илдәренә хас булған стандарттарға ярашлы иң таҙа һәм сифатлы һөт һауыла.
Робот һыйыр һауа, робот аҙыҡ тарата, робот аҫтын таҙарта, тип әйтергә генә ҡала...
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы “Иҡтисади үҫеш” милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: "Башҡортостан гәзите"нән
Читайте нас: