24 марттан “Башҡортостан Республикаһының электрон мәғарифы” порталында уҡыусыларға арауыҡта өҫтәмә белем биреүгә арналған яңы бүлек барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, ундағы видеодәрестәрҙе һәр кем ҡарай ала.
Республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, порталдағы дәрестәр мотлаҡ белем биреү программаһына индерелмәгән, улар буш ваҡытта белемде өҫтәмә тәрәнәйтеү өсөн тәҡдим ителә.
Яңы бүлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырлған “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә балаларҙы арауыҡта уҡытыу маҡсатында ғәмәлгә индерелгән. Белгестәр әйтеүенсә, белем биреүҙең был алымы каникулда йәки әлеге кеүек короновирусҡа бәйле карантин осоронда уҡыусыларға айырыуса файҙалы буласаҡ.
Порталда видеодәрестәрҙең ентекле теҙмәһе бирелгән. Мәҫәлән бөгөн уҡыусылар инглиз теле, биология, сәнәғәт дизайны, шашка, физкультгимнастика менән шөғөлләнә, сувенирҙар яһау буйынса оҫталыҡ дәресе менән таныша ала. Бында шулай уҡ тарихи документаль фильмдар ҡараға, Веналағы онлайн музейға барырға була.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты