Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
13 Апрель 2020, 12:20

Йәш эшҡыуар үҙ эшен белә

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Проект бурыстарын үтәү маҡсатында, урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергән йүнселдәргә төрлө яҡлап булышлыҡ күрһәтелә.

Күмертау ҡалаһы эшҡыуары Азамат Юлдыбаев металл каркастан тирмәләр эшләү менән мәшғүл. Студент йылдарында уҡ йүнсел егет интернет-магазин аса, уның шөғөлө ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Азамат бер йыл тирәһе ялланып эшләй һәм үҙ эшен асыу кәрәклеген аңлай. 2016 йылда әсәһенең гаражында тирмәләр өсөн металл каркастар етештерә башлай, тышлыҡтарҙы оҫталарҙан заказ буйынса ҡайтарта. Тора-бара заказдары күбәйә, ассортимент та киңәйә. Йәш эшҡыуар сатырҙар, ярангалар ҙа етештерә башлай.

Бөгөн коллективта алты кеше хеҙмәт итә, штатта иретеп йәбештереүсе, металл ҡырҡыусы, тегенсе, менеджер, дизайнер, бухгалтер бар. Район хакимиәтенән эшҡыуарға 1,5 миллион һум матди ярҙам да күрһәтелә, был аҡсаға Азамат йөк машинаһы һәм яңы станоктар һатып ала.

“Ҡайһы бер эшҡыуарҙар бөгөн ауырлыҡ кисерә, беҙҙең хәл әлегә сағыштырмаса имен. Элекке кеүек булмаһа ла, заказдар бар, эшләйбеҙ”, - ти эшҡыуар.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: А. Юлдыбаевтың сәхифәһенән.

Автор: Римма Султанова
Читайте нас: