Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
14 Апрель 2020, 11:00

Милли проекттар

Нисек тормошҡа ашырыла?

Ғинуар – март айҙарында өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан планға ҡарата 16 процент аҡса бүленгән. Былтыр был күрһәткес 13 процент тәшкил иткән.

Донъялағы һәм илдәге хәл арҡаһында милли проекттарҙы финанслау ҡайтанан аныҡланыуы ихтимал, әлегә был мәсьәлә буйынса ниндәй ҙә булһа ҡарар юҡ, тип белдерҙе Рәсәйҙең Финанс министрлығы. Шулай уҡ министрлыҡ белгестәре бүленгән аҡсаны ҡулланыу йәһәтенән йыл башындағы күрһәткестәрҙең шартлы булыуы, әлегә эштәрҙе тормошҡа ашырыу йәһәтенән подрядсылар билдәләнеүе, төп эш күләменең һуңғараҡ башҡарылыуы хаҡында аңлатма бирҙе.

“Электрон бюджет” порталы мәғлүмәттәренә ярашлы, федераль ҡаҙнанан бүленгән маҡсатлы аҡса күләмен тейешенсә ҡулланыу йәһәтенән түбәндәге милли проекттарҙы айырып билдәләргә мөмкин:

- “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (йылға бүленгән сығымдың 40,5 проценты ҡулланылған);
- “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (32,7 процент);
- “Мәҙәниәт” (20,8 процент);
- “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекте яҡлау” (17,4 процент);
- “Демография” (16 процент).

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: kpravda.ru

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: