Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
15 Апрель 2020, 11:05

15 апрелдән башланасаҡ

Ер ҡарҙан асылыу менән юлсылар өсөн яңы эш башлана.

Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашып, был тармаҡҡа айырыуса ҙур иғтибар бирелеүе тураһында белдерҙе.

"Ямандың да яҡшы яғы була. Әле урамдарҙың буш булыуы юлдар менән булышыу мөмкинлеген бирә. Шулай эшләйбеҙ ҙә. Өфөнөң Дағстан урамында инде аҙна башынан асфальт түшәйбеҙ. Бәхет – көн быға булышлыҡ итә. Ниһайәт, бөтөн ҡала менән күп өфөләр өсөн көнүҙәк мәсьәләне яптыҡ – Пугачев урамын сифатлы ремонтлау буйынса. Уның иң ауыр участкаһындағы, Бородино урамынан Сочи урамына тиклемге өс саҡрым арауыҡтағы, боҙолған асфальт ҡатламын алдылар. Яңыны түшәй башланылар. Һуңынан юл ситен нығытып, яңы термопластик билдә һаласаҡбыҙ. Был эштәрҙе апрель аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ. Өфө – Аэропорт юлы сүп-сарҙан таҙартыла, әле ике мең кубометр сығарылды ла инде. Республика юлдарындағы соҡорҙарҙы ремонтлауға 15 апрелдән ныҡлап тотонасаҡбыҙ, был эштәр өсөн ҡулайлы температура һәм дымлылыҡ урынлашҡас. Беҙҙең өсөн мөмкин тиклем иртәрәк башлау мөһим. Етмәһә, әле урамдарҙа машиналар юҡ тиерлек, беҙҙең юлсыларға үҙ бурысын сифатлы һәм ваҡытында үтәү өсөн бер нәмә лә ҡамасауламай",тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Был эштәр Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә башҡарыла.

Фото: “Бәйләнештә”.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: