Ауыл уттары
0 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
16 Апрель 2020, 11:05

Сит илгә һатырға өйрәтәләр

Башҡортостанда экспортҡа йүнәлеш тотҡан предприятиеларҙа акселерация белеме программалары буйынса уҡытыу ойошторола.

“Экспорт форсажы” тип аталған был курстар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
Ошо турала республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова менән Рәсәй экспорт үҙәгендәге Экспорт мәктәбенең маркетинг буйынса директоры Артур Лященкононың осрашыуында һөйләшеп килешелде.
– Ике яҡ шулай уҡ Башҡортостанда экспорт йүнәлешендәге предприятиелар өсөн башҡа уҡытыу курстары үткәреү мөмкинлеген дә тикшерҙе, – ти дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров.
“Экспорт форсажы” буйынса уҡыу бушлай. Башҡортостан ошо программа буйынса уҡытыу ойошторолған алты "пилот төбәге" исемлегенә индерелгән.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: bashinform.ru
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: