Эш барышында рентген аппараты ҡулланмайынса йөрәк тибеүенең йышайыуын (тахикардия) операция ярҙамында бөтөрөүгә өлгәштеләр.
Оҙаҡ йылдар дауамында тахикардиянан яфаланған ҡатындың хәле ауырлы саҡта тағы ла ҡатмарлаша. Шуға күрә уны кардиология үҙәгенә урынлаштыралар. Бүлексә мөдире Илдус Сәғитов үҙенең командаһы менән электрофизиологик тикшереү һәм радиойышлыҡлы катетерлы аблациялау үткәрә. Заманса технология ябыҡ йөрәктә минималь яралар менән операция яһарға мөмкинлек бирә. Бындай операциялар кардиология үҙәгендә 13 йыл дауамында яһала, йыл һайын 200-гә яҡын. Ғәҙәттә, операция башынан аҙағына тиклем рентген контроле аҫтында барырға тейеш, ә был юлы навигация системаһын ҡулланырға ҡарар ителде, сөнки әсә ҡарынындағы сабый сәләмәтлегенә зарар килеүе ихтимал ине. Операцияны компьютер экранында күҙәтеү ҡан тамырҙарының һәм йомшаҡ туҡымаларҙың зарарланмауына килтерҙе. Берҙәм команда бурыстарын һүҙ тейгеһеҙ итеп башҡарҙы, иртәгәһенә пациент өйөнә ҡайтып та китте!