Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
10 Май 2020, 11:05

Медицина учреждениелары принтер менән тәьмин ителде

Башҡортостанда 115 медицина ойошмаһы өсөн 2312 принтер алынды.

Был техниканы медицина хеҙмәткәрҙәренең ”Башҡортостандың республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһы” дәүләт мәғлүмәт системаһында эшләгән саҡта автоматлаштырылған эш урындарына тоташтырасаҡтар.
“Заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу медицина персоналы эшен еңелләштерә, ваҡытты сарыф итмәй, пациенттар буйынса медицина документтарын баҫтырыуҙы тиҙләтә. Бында анализдар һөҙөмтәһе, табиптар күрһәтмәһе, тар белгестәргә ҡабул итеүгә яҙылыу һәм сир тарихтары инә”, – тинеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Принтерҙарҙы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә һатып алғандар.
Альфия Мингалиева
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Читайте нас: