Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
11 Май 2020, 11:05

Кескәйҙәргә – “тылсымлы” карауаттар

Был карауаттар нимәһе менән үҙенсәлекле икән...

Был дауалау-реабилитация карауаттары яңы тыуған сабыйҙарға үҙенсәлекле массаж яһарға ярҙам итәсәк. Өфөләге 17-се ҡала дауаханаһы неврология патологияһы менән донъяға килгән кескәйҙәрҙе абилитациялау һәм реабилитациялау, балаларҙың зәғифләнеүен иҫкәртеү өсөн ике махсус карауат алды.

Уларҙың файҙаһы бәләкәстәрҙе сәләмәтләндереүҙә баһалап бөткөһөҙ. Был “тылсымлы” ҡорамал сабыйҙарға үҙенсәлекле массаж яһарға ярҙам итә. Ул тиренең һәм мускулдарҙың периферик сиктәренә тәьҫир итеп, үҙ сиратында сигналдарҙың үҙәк нервы системаһына тапшырылыуына булыша. Һөҙөмтәлә тын алыу, ҡан әйләнеше үҙәктәре зшкә ҡушыла, периферик нервы системаһының зарарланған функцияларының тиҙерәк тергеҙелеүенә йоғонто яһай.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған махсус карауаттарҙы файҙаланыу сабыйҙарҙың һауығыу барышын тиҙләтәсәк.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: