"Ирекмәнлек лекторийы" сиктәрендә был йүнәлештең төп ойоштороусылары һәм координаторҙары, республика халҡына көн һайын ярҙам иткән алғы һыҙыҡтағы ойошмалар һәм ведомстволар вәкилдәре теләгән берәү менән тәжрибә уртаҡлаша. Лекторий һәр йома һайын үтә.
– Бөгөн ирекмәндәр ғәйәт ҙур эш башҡара, беҙҙең бурыс – уларҙы өйрәтеү һәм артабан булышлыҡ итеү, – тине министр Руслан Хәбибов.
Тәүге лекторийҙың темалары ирекмән эшенең хоҡуҡи нигеҙҙәре, #МыВместе проектының үҙенсәлектәре, ирекмәндәрҙең оператив штабтары эшмәкәрлеге, санитар-эпидемиологик нормалар, ирекмән этикаһы кодексы булды. Артабан спортсы, телевидение алып барыусыһы, әҙәбиәтсе, йәштәр менән эшләгән лекторҙар сығыш яһаны.
Бер ай эсендә биш меңдән ашыу кеше ирекмәнлек сафына ҡушылды, улар 126 меңдән ашыу Башҡортостан гражданына ярҙам күрһәтте. Әйткәндәй, бөтә был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырылған "Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк проекты сиктәрендә башҡарыла.
Ирекмән булып мывместе2020.рф порталында теркәлергә була. "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Беҙҙең хәстәрлек" проектының "Стоп коронавирус" Берҙәм ирекмәнлек үҙәгенең тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефоны: 8 (800) 201-89-03.