Унда коммуналь ойошмаларҙың инвестиция программаларын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү өсөн субсидия биреү тәртибе ҡаралды.
Хәҙер муниципалитеттар ошондай ойошмаларҙың инвестиция программаларын берлектә финанслауҙа ҡатнашасаҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ҡабул ителгән тағы ла бер документ йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү системаларының тотороҡло эшенә булышлыҡ ҡылып, коммуналь хужалыҡ объекттарын көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү мөмкинлеген бирәсәк.
Тиҙҙән Башҡортостан даими хәстәрлеккә мохтаж булған яңғыҙ йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына өйҙә даими нигеҙҙә түләүһеҙ социаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса пилот проектына ҡушыла. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, быйыл республика проектты үҙаллы тормошҡа ашыра башлай, ә киләһе йылдан, федераль ҡаҙнанан аҡса алғас, пилот проектына инергә ниәтләй.
Ултырышта йәш белгестәрҙе агросәнәғәт өлкәһенә йәлеп итеү мәсьәләһе лә тикшерелде. Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған дәүләт ярҙамын 300 меңдән 500 мең һумға тиклем арттырырға ҡарар ителде. Вице-премьер Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, аҡса алған йәштәргә агросәнәғәт комплексында кәмендә биш йыл эшләргә тура киләсәк. Әйткәндәй, 2009 йылдан ошондай дәүләт ярҙамын 1220 кеше алған.
Хөкүмәт ултырышында ҡатнашыусылар шулай уҡ ағас ҡабул итеү, эшкәртеү һәм ташыу пункттары эшмәкәрлеген ойоштороу, муниципалитеттарҙың ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге эшмкәрлегендә һөҙөмтәлелекте арттырыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышты.