Япондарҙың шаҡ ҡатырғыс аппараттар, алдынғы технологиялар менән донъяла дан ҡаҙанғаны билдәле. Улар етештергән икән, тимәк, ышаныслы һәм сифатлы.
Яңыраҡ Өфөнөң 5-се поликлиникаһы, "Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ошо илдә эшләнгән электроэнцефалограф - юғары эксперт класлы һанлы система алды. Белгестәрҙең әйтеүенсә, ул ҡулланыуҙа бик ябай, уңайлы.
ЭЭГ-тесты ҡасан, ни өсөн файҙаланалар? Әгәр ҙә бала йоҡлай алмай яфаланһа, аңын юғалтһа, йыш ҡына башы әйләнһә, уй-фекере буталһа, өйәнәк тотһа, баш йәрәхәтләнһә, мейе структураһында шеш табылһа, эпилепсия осраҡтарында табип ошо аппаратта тест үткәреүҙе тәғәйенләй. Бөтә мәғлүмәтте программа теүәл яҙып барасаҡ, пациенттарҙы тикшереүҙе планлаштырыу еңеләйәсәк.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, поликлиника тағы бер аппаратҡа байыны. Биокуляр офтальмоскоп тип аталған ҡорамал күҙ төбөн тикшереү һәм күреү нервыһының селтәрле шекәрәһендәге патологияны асыҡлау өсөн ҡулланыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Дина Арсланова