Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
31 Май 2020, 11:10

“Инвестиция сәғәте”

Йылайырҙар ниҙәр тәҡдим итә?

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында кесаҙна һайын “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.

Был башланғыс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстары нигеҙендә атҡарыла. Йылайыр районы хакимиәте етәксеһе Борис Мелкоедов үткәргән "Инвестиция сәғәте"ндә был юлы ике проект ҡаралды.

Тәүгеһе ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ағзаларының табыш килтергән проекттарын тормошҡа ашырыу маҡсатында “Томан-1М” үҙйөрөшлө һиптергес техникаһы алыу мәсьәләһен күтәрһә, икенсеһендә урында йөн һәм күн эшкәртеүҙең төрлө юлдары тәҡдим ителде.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың үҙебеҙҙә етештерелгән, йә иһә урында эшкәртелгән әйберҙәргә иғтибар биреү кәрәклеген билдәләгәйне, был йәһәттән Йылайыр эшҡыуарҙарының проекты бик урынлы һәм кәрәкле.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото Йылайыр район хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: