2020 йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк бюджет аҡсаһының дөйөм күләме 31,1 миллиард һум тәшкил итә, шуның 20 миллиард һумы федераль ҡаҙнанан бүленә.
Федераль финанслау кимәле буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында, Һамар өлкәһенән ҡала, икенсе урынды биләй. Беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәҙәниәт”, “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” кеүек милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелде.
“Милли проекттарҙы үтәү бурысын беҙҙең иңдән берәү ҙә алманы. Был йәһәттән, ысынлап та, яҡшы эшләйбеҙ. Өлгәшелгәндәр байтаҡ. Ирекмәндәребеҙгә ҙур рәхмәт. Коллегаларымдан милли проекттарҙы ваҡытында финанслау мәсьәләһен аныҡ көйләү өсөн федераль министрлыҡтар менән әүҙемерәк эшләргә саҡырам”, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, быйыл “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проекты нигеҙендә Башҡортостанда 20 мәҙәниәт ойошмаһы төҙөү, капиталь төҙөкләндереү һәм реконструкциялау күҙаллана.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан