Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
17 Июнь 2020, 13:06

Сканер тормош сифатын яҡшыртасаҡ

Республика клиник онкология диспансеры “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы микропрепараттар сканеры алды.

Онкологиялағы патологоанатомик хеҙмәт нигеҙендә диагностика ята - морфо-, гисто- һәм шеш патогенезын тикшереү. Хәҙер патологоанатомия хеҙмәтенә талаптар ҙур, сөнки яңы диагностика ысулдары барлыҡҡа килде, яңы классификация системаһы индерелде. Микропрепараттар сканеры ярҙамында барлыҡҡа килтерелгән виртуаль слайдтар ысынбарлыҡты анығыраҡ, дөрөҫөрәк күрһәтә. Яңы ҡорамал табиптарға амбулатор этапта махсус медицина ярҙамы сифатын яҡшыртырға булышасаҡ, тимәк, пациенттарҙың һауығыу осраҡтарын арттырасаҡ һәм уларҙың йәшәү кимәлен үҙгәртәсәк. Өҫтәүенә был ҡорамал ярҙамында алыҫтан тороп белгестәр менән кәңәшләшергә мөмкин буласаҡ.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: