Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
14 Июль 2020, 13:18

Үҙәк Рима Баталова исемен йөрөтәсәк

“Рима Баталова – тере легенда. Ул – үҫеп килгән быуындар өсөн миҫал”

Өфөләге Спорт әҙерлеге үҙәге 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова исемен йөрөтәсәк.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында аңлатыуҙарынса, Башҡортостан спорт тармағындағы ҡаҙаныштары менән дан тота. Республикабыҙҙың һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларының ҡаҙаныштары иһә тотош донъяға билдәле. Рима Баталова – еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа, 36 тапҡыр донъя чемпионы. Ул алты тапҡыр рәттән Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан. “Рима Баталова – тере легенда. Ул – үҫеп килгән быуындар өсөн миҫал”, – тип хәбәр иткәндәр министрлыҡта.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, үҙәккә был исемде биреү хаҡындағы ҡарар быйыл май айында Башҡортостан үҫешенә ҙур өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса ултырышта ҡабул ителгән. Ә Спорт әҙерлеге үҙәге ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгәйне.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Спорт әҙерлеге үҙәге.
Читайте нас: