Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
8 Май 2021, 10:05

Милли проекттар - ғәмәлдә

2019 йылдан авариялы тип танылған торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Йәшәү өсөн яраҡлы булмаған торлаҡты тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ошо федераль проект буйынса 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип танылған күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәр күсерелергә тейеш.

Башҡортостанда федераль проект маҡсаттары республикалағы муниципаль берәмектәр биләмәһендә 2019-2025 йылдарҙа граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы төбәк программаһын тормошҡа ашырыу ярҙамында үтәлә.
Был программала ҡатнашыусыларҙың береһе – Илеш районы. Шулай итеп, быйыл төбәк программаһының икенсе этабы сиктәрендә Үрге Йәркәй ауылында 766,7 квадрат метр торлаҡты күсереү планлаштырыла. Тимәк, 32 ғаилә (71 кеше) яңы, уңайлы торлаҡ аласаҡ. Граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү маҡсатында Октябҙең 50 йыллығы урамындағы 18-се һәм Совет урамындағы 24-се йорттар төҙөлә. Объекттар төҙөү 2020 йылда башланған ине. Улар 2021 йылдың аҙағында сафҡа инер тип көтөлә.
Текст авторы: Айһылыу Низамова
Читайте нас: