Ауыл уттары
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
9 Май 2021, 10:10

2021 йылдың мартында республикала 3 919 бала донъяға килгән

был үткән йылдың ошо ваҡытына 574 сабыйға күберәк.

Күп балалы ғаиләләрҙең артыуы, йәш ата-әсәләрҙең ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса сабыйҙарын лайыҡлы тәрбиәләүгә көс һалыуы һөйөнөслө хәл. Ғинуар-март айҙарында донъяға килгән 3 031 сабый тап күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда был 303 балаға күберәк тигән һүҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, демография өлкәһендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға тиклем тыуым коэффициентын 1,7-гә тиклем арттырыуҙы, хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем кимәлен кәметеүҙе, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөүҙе тәьмин итеү бурысы ҡуйылды.
Читайте нас: