Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
12 Май 2021, 10:50

Яңы эш башлаған фермер 2,8 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған

Хәйбулла районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Маҡан ауылынан Владислав Попов былтыр “Агростартап” нигеҙендә грант ярҙамы күрһәтелгәндәр иҫәбенә ингән. Яңы эш башлаған фермер һөт малсылығын үҫтереүгә 2,8 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған.

Был аҡсаға йүнсел мал аҙығы әҙерләү өсөн техника (трактор, тейәгес, сапҡыс) һәм симменталь тоҡомло таналар һатып алған. Еңел булмаған эшендә уға өс кеше – ҡарауылсы, малсы, һауынсы ярҙам итә (грант ярҙамы программаһында ҡатнашыу өсөн эш урындары булдырыу мотлаҡ шартты тәшкил итә).
Мәғлүм булыуынса, “Агростартап” гранты яңы эш башлаған фермерҙарға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы бирелә.
Читайте нас: