Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
3 Июнь 2021, 14:40

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу”

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, республиканың 122 медицина ойошмаһы 10130 автоматлаштырылған эш урыны менән тәьмин ителгән.

- Иҫке техниканы, автоматлаштырылған яңы эш урындарын булдырыу һаулыҡ һаҡлау тармағына тулы масштаблы дәүләт мәғлүмәт системаһын индереүҙең төп шарты булып тора. Берҙәм мәғлүмәт системаһын ҡулланыу медицина ярҙамы күрһәтеүҙә күсәгилешлелекте тормошҡа ашырыу, пациенттарҙы маршрутлау, айырым сирҙәр буйынса ярҙам итеүҙә мониторинг үткәреү өсөн кәрәк.
Бынан тыш, компьютер техникаһы менән тәьмин итеү телемедицина консультациялары ойоштороу буйынса мөмкинлектәрҙе киңәйтә, санитар транспорт эшмәкәрлеген көйләй, лаборатор һәм диагностик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен электрон рәүештә тапшырыуға ярҙамлаша.
Заманса техника, шулай уҡ, учреждениелағы дефицитты кәметеүгә, медицина персоналы тарафынан пациенттарҙың документтарын баҫтырыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға, пациент менән эшләүҙе оҙағыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеүгә булышлыҡ итә, – ти һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: