Ауыл уттары
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
9 Июнь 2021, 15:10

Дәүләкән аҙығы - иң яҡшыһы!

“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының төбәк этабына йомғаҡтары буйынса, Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты еңеүсе тип танылды.

“Аҙыҡ-түлек тауарҙары” номинацияһына “Покров”, “Нәзәкәтле”, “Мосолман” билмәндәре, голубцы, өсбошмаҡ, варениктар тәҡдим ителгән ине. Етештереүселәр белдереүенсә, конкурста уңышлы ҡатнашыу абруйлы ғына түгел, яуаплы ла. Тотош коллеективтың хеҙмәт емеше юғары кимәлдә булыуы отошло. Продукцияны етештергәндә урындағы сеймал файҙаланыла. Ә аҙыҡ-түлекте республикала ғына түгел, Силәбе, Свердовск, Ырымбур өлкәләрендә, Татарстанда һәм Мәскәүҙә лә һатыу ойошторолған. Өҫтәүенә Дәүләкән продукцияһын, сифатлы, тәмле аҙыҡ-түлекте, илдәге “Полушка”, “Магнит”, “Пятерочка”, “Йәрминкә” кеүек сауҙа нөктәләрендә табырға мөмкин.
Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: