Ауыл уттары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
10 Июнь 2021, 15:10

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә

Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерға стационар һәм амбулатор звенола эшләүсе табиптарҙың эш урындарын йыһазландырыу өсөн 86 компьютер комплекты һатып алғандар.

Табиптарға автоматлаштырылған эш урындарын булдырыу ғәмәле “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы башҡарылған.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: