Ауыл уттары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
11 Июнь 2021, 15:25

ҠАТЫН-ҠЫҘ ҺАУЛЫҒЫН ҺАҠЛАЯСАҠ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” федераль проектына ярашлы, Өфөнөң 32-се поликлиникаһы яңы маммограф алды.

Ҡорамалдың хаҡы – 12 миллион һум. Тәүге өс көн эсендә етмештән ашыу пациент тикшерелеү үткән.
Маммография һөт биҙҙәрен рентген ярҙамында тикшерә һәм уларҙың эске структураһының һүрәтләнешен ала. Яман шеште бик иртә стадияла асыҡларға, уңышлы дауаларға мөмкинлек бирә.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: