Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
13 Июнь 2021, 16:05

“Агростартап” гранттар биреү конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризала ҡабул итәләр

“Агростартап” гранты – дәүләттән 3 миллион һумға, кооперативта торған хужалыҡҡа 4 миллион һумға тиклем кире ҡайтарылмай торған аҡсаны алыу мөмкинлеге ул.

Дәүләт ярҙамы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына йәки шәхси эшҡыуарҙарға конкурс нигеҙендә генә бирелә. Бының өсөн Ауыл хужалығы министрлығына бизнес-планды (үҙ хужалығыңды ойоштороу һәм үҫтереү проекты) тапшырырға кәрәк. Конкурс комиссияһы проектты, өҫтөнлөктәргә ярашлы, махсус шкала буйынса баһалай. Кем баллды күберәк туплай, шул дәүләт ярҙамын аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта комиссияның һәр ултырышы Youtube каналында онлайн режимда күрһәтелә, - тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: