Ауыл уттары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
16 Июнь 2021, 16:25

ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШЫРҒА - ЯР САЛЛЫҒА

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан Башҡортостан предприятиелары 8-9 июндә етештереү процестарының һөҙөмтәлелеген арттырыу тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Яр Саллы ҡалаһындағы “КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте заводында булды.

Делегация ағзалары Двигателдәр заводында, Уҡыу-технологик комплексында, “КамАЗ” составына ингән Автомобиль заводында булды. Улар шулай Башҡортостан компанияларынан “КамАЗ” һәм “НефАЗ” предприятиеларына деталдәр һәм запас частар оҙатыу, кооперация бәйләнештәре булдырыу, консультация хеҙмәте күрһәтеү тураһында һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Сәфәрҙең икенсе көнөндә ҡунаҡтар өсөн “Механик эшкәртеү производствоһында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” тигән семинар тренингы үткәрелде. Сара Кама индустриаль паркы майҙансығындағы “КамАЗ”дың процестар фабрикаһында булды.
Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/373941/
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: