Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
24 Июнь 2021, 16:30

Халыҡ-ара экологик конкурста ҡатнашығыҙ

Башҡортостан халҡын EcoWorld-2021 Халыҡ-ара экологик премия лауреаты исеменә конкурста ҡатнашырға саҡыралар. Ғаризаларҙы 31 октябргә тиклем тапшырырға мөмкин.

Премияны “Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы” йәмәғәт ойошмаһы булдырған. Ул тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, шулай уҡ башҡа экологик эшмәкәрлектә ҡаҙаныштар өсөн бүләк булып тора.
Республика халҡының тәбиғәтте һаҡлау акцияларында ҡатнашыуы “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса тап килә, тип белдерә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Премия һигеҙ номинация буйынса тапшырыла. Положениеһы менән ошо һылтанма буйынса инеп таныша алаһығыҙ: https://raen.info/activities/proekty4-mezhdunarodnaja-ekologicheskaja-premija-ecoworld.html. Өҫтәлмә мәғлүмәтте [email protected] электрон адресы йә +7 (495) 954-26-11 телефоны аша алырға була.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите.
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: