Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
8 Ноябрь 2021, 10:00

Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе – Йылайыр

Бөгөнгө көндә ошо проект сиктәрендә Йылайыр ауылының Ленин урамы төҙөкләндерелә

Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе  – Йылайыр
Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе – Йылайыр

Йылайыр районы Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы мөхит булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе.
Бөгөнгө көндә ошо проект сиктәрендә Йылайыр ауылының Ленин урамы төҙөкләндерелә. Әле унда юл япмаһы яңыртыла, тротуар плиткаһы түшәлә, заманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла һәм ял итеү урындары әҙерләнә. Шулай уҡ, урамда күҙәтеү камералары, яңы юл тамғалары ҡуйыу эштәре бар әле. Урындағы халыҡ тарихи урамдың төҙөкләндерелеүен күптән көттө.
Тағы ла Башҡортостан буйынса ауылдарҙы комплекслы үҫтереү программаһы эшләп килә. Ошо йүнәлештә Йылайыр ауылында ла үҙәк һыу үткәргесе яңыртыла, ҙур эштәр башҡарыла. 70-се йылдарҙа һалынған торбаларҙың 90% эшлектән сыҡҡан.
Был проект сиктәрендә Йылайыр ауылында 33 саҡырым оҙонлоғондағы яңы торбалар һалынасаҡ. Проектҡа ярашлы эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: