Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
21 Февраль 2023, 14:35

Грант алғың киләме? Улайһа, уҡы!

Программала республика биләмәһендә теркәлгән һәм эшләгән йүнселдәр һәм ойошмалар ҡатнаша ала. 

Грант алғың киләме? Улайһа, уҡы!
Грант алғың киләме? Улайһа, уҡы!

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә уҡытыу 25 йәшкә тиклемге йәш йүнселдәргә ярҙам программаһы буйынса грант алыу өсөн мотлаҡ шарт булып тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы “Минең бизнесым” үҙәге “Йәштәр эшҡыуарлығы” бушлай белем биреү программаһын тормошҡа ашыра.

– Былтыр республикала тәүге тапҡыр йәш йүнселдәргә гранттар тапшырылды. Дөйөм күләме 63 миллион һумлыҡ 133 грант бирелде – был ярайһы уҡ яҡшы башланғыс. Быйыл да ошо йүнәлештә эште дауам итәбеҙ. Йәш эшҡыуарҙарҙы грант алыу йәһәтенән тәүге аҙымды яһарға – уҡырға саҡырабыҙ, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Программала республика биләмәһендә теркәлгән һәм эшләгән йүнселдәр һәм ойошмалар ҡатнаша ала. Уҡыусылар белем биреү вебинарҙарын тыңлау, бизнес-идеяны эҙләү һәм үҫтереү алымдары, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары, айырым маҡсатлы аудиторияны анализлау, бизнес-планлаштырыу, финанс моделен табыу, маркетинг стратегияһын төҙөү ысулдары менән танышыу мөмкинлегенә эйә.

Уҡыу 15 мартта башлана, ул өс ағымға бүленә һәм онлайн тәртибендә үткәрелә. Һәр ағым йомғаҡлау сараһы менән тамамлана. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттары менән таныштыра, идеялар һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлаша, шулай уҡ “Минең бизнесым” үҙәгенән сертификаттар ҙа ала.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: