Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
22 Февраль 2023, 08:40

Марафон 15 сәғәт дауам итәсәк

“Росреестр” 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй һәм, ошо матур дата айҡанлы, республикалағы күп функциялы үҙәктәрҙә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡҡа дәүләт теркәүе һәм кадастр иҫәбе буйынса консультациялар үткәрелә. 

Шулай итеп, ведомство 15 сәғәтлек Бөтә Рәсәй күсемһеҙ милеккә хоҡуҡҡа дәүләт теркәүе һәм кадастр иҫәбе мәсьәләләре буйынса марафонға ҡушыла. Белгестәр “гараж”, “дача” амнистияһы, ер участкалары, торлаҡ, баҡса йорттары, торлаҡ булмаған биналар менән бәйле һорауҙарға яуап бирә.

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клецтың белдереүенсә, күп функциялы үҙәктәргә килгәндәргә милекте рәсмиләштереү буйынса һорауҙарға яуаптар кәрәк. Граждандар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала.

- Консультациялар 20, 21, 22, 27 һәм 28 февралдә 15:00 - 18:00 сәғәттә биш күп функциялы үҙәктә ойоштороласаҡ. Был сәғәттәрҙе ҡушһаң, 15 сәғәт тәшкил итәсәк, - тине Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.

Консультациялар графигы, Өфөләге күп функциялы үҙәктәр адресы:

20 февраль – Яңы күпер урамы, 8,
21 февраль - М. Ғөбәйҙуллин урамы, 6;
22 февраль – Әхмәтов урамы, 355;
27 февраль – Интернациональ урам, 113;
28 февраль – Дағстан урамы, 2.

Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: vuzopedia.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-02-21/marafon-15-s-t-dauam-it-s-k-3151276

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: