Ауыл уттары
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
2 Март 2023, 15:30

Тауар әйләнеше өс тапҡырға артҡан

2022 йыл аҙағына Башҡортостан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре араһында тауар әйләнеше өс тапҡырға артҡан.

Тауар әйләнеше өс тапҡырға артҡан
Тауар әйләнеше өс тапҡырға артҡан

Был турала Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Рәсәй Федерацияһының Сауҙа вәкиле Андрей Терехин ҡатнашлығында “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Сауҙа вәкиле менән сәғәт” форматындағы онлайн-осрашыу ваҡытында билдәле булды.

– 2022 йыл аҙағына тауар әйләнешенең өс тапҡырға үҫеүе беҙҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән оҙайлы һәм үҙ-ара файҙалы сауҙа хеҙмәттәшлеген булдырыу һәм үҫтереү өсөн ныҡлы нигеҙ булыуыбыҙҙы күрһәтә, – тине Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

 Онлайн-кәңәшмәлә шулай уҡ республиканың үҙ продукцияһын Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре баҙарына сығарыу менән ҡыҙыҡһынған 19 предприятиеһы ҡатнашты.

– Бөгөнгө осрашыу эшҡыуарҙар тәҡдиме буйынса ойошторола, беҙҙең предприятиелар Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлек тураһында ҡыҙыҡһына. Беҙ быйыл 24-25 сентябргә билдәләнгән был илгә эшлекле сәфәр өҫтөндә эшләйбеҙ, — тип аңлатты Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова.

Осрашыу барышында Рәсәйҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге сауҙа вәкиле тышҡы сауҙа мөнәсәбәттәрен үҫтереү перспективалары һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре баҙарының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

 — Әмирлектәрҙә сауҙа-иҡтисади эшмәкәрлек, етештереү процестарын ойоштороу, эшҡыуарлыҡты күсереү өсөн бик уңайлы шарттар булдырылған. Рәсәй компаниялары, эшҡыуарҙары был илдең ошо йүнәлешенә айырыуса күберәк күҙ һала, – тине Андрей Терехин.

Онлайн-кәңәшмә сиктәрендә “БАСВУЛ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең (йылытыу материалдарын етештерә), “Реседа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (косметика тауарын етештерә), “Өфө сауҙа йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (аҙыҡ-түлек продукттары етештерә) һәм “НПФ “Пакер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (нефть һәм газ сәнәғәте) вәкилдәре үҙ эштәре менән таныштырҙы.

 Конференция аҙағында яҡтар Башҡортостан тауарын Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре халыҡ-ара баҙарына уңышлы индереү мөмкинлеген эшҡыуарҙар үҙ һорауҙарына эксперт яуаптары алған “һорау-яуап” форматында тикшерҙе.

Билдәләп үтергә кәрәк, быйыл был ошондай икенсе сара. Беренсе “Сауҙа вәкиле менән сәғәт” 16 февралдә Рәсәй Федерацияһының Ирандағы Сауҙа вәкиле ҡатнашлығында үтте. Сарала Башҡортостандың 34 компанияһы ҡатнашты.

2022 йыл йомғаҡтары буйынса Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән тышҡы сауҙа әйләнеше 2021 йыл менән сағыштырғанда – өс тапҡырға, экспорт – 3,4 тапҡырға артып, Бөтә донъя тауар әйләнешенең дөйөм күләменең 94,1 процентын тәшкил иткән, импорт ике тапҡырға артҡан.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный поект “”Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә, “Башҡортостан Республикаһының экспортҡа ярҙам үҙәге” йәмғиәте менән берлектә “Сауҙа вәкиле менән сәғәт” проекты тормошҡа ашырыла.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: