Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
14 Март 2023, 16:25

Фермерҙарҙың эше еңеләйәсәк

Ишембай районында “Передовик” ауыл хужалығы кооперативы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында алынған грант аҡсаһына иген киптереү комплексы төҙөнө, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

"Көҙгө ямғырҙар осоронда иген культураларын һәм көнбағышты киптереү айырыуса ауыр. Күп кенә фермерҙар ошо проблемаға осрай. Дәүләт яғынан финанс ярҙамы менән грант программаһы сиктәрендә беҙ иген киптереү комплексы өсөн техника һәм ҡорамалдар, телескоп тейәгес, тағылмалы ике үҙбушатҡыс машина һатып алдыҡ. Был үҙебеҙҙең продукцияның сифатын һәм күләмен арттырырға мөмкинлек бирҙе. Ауыл хужалығы кооперативтарына ярҙам итеү буйынса бындай программаларҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайбыҙ, 2018 йылда төбәк килем килтереүсе проекттар программаһы буйынса өс миллион һум күләмендәге грант аҡсаһына "КамАЗ" базаһында һөт ташыу машинаһы һатып алынды”, – тип һөйләне ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Евгений Едих.

Шулай уҡ иген киптереү комплексын һатып алыу иген һәм көнбағыш эшкәртеү, таҙартыу, киптереү буйынса көнүҙәк мәсьәләне хәл итергә мөмкинлек биргән. 2021 йылда, матди-техник базаһын үҫтереү программаһында ҡатнашыусы булараҡ, кооператив 25 миллион һумлыҡ грант алған.

Кооператив  2017 йылдан эшләп килә. Уның составында – 11 пайсы. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – һыйыр малы үрсетеү һәм һөт продукцияһы етештереү. Былтыр кооператив ағзалары 3857,5 тонна һөт, 2021 йылда 3953,5 тонна һөт, 266,7 тонна бойҙай, 1458 тонна көнбағыш һатҡан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-10/ma-sat-eksport-e-ten-arttyryu-3171969

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: