Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
18 Март 2023, 22:25

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 2022 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

Өфөлә коллегия ултырышында Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының 2022 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде һәм экологик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән юлдар билдәләнде.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 2022 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 2022 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

– Республикала "Экология” милли проектының “Таҙа ил”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлап ҡалыу”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проекттары тормошҡа ашырыла. “Таҙа ил” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында 2024 йылдың аҙағына тиклем республика биләмәһендә Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дәүләкән һәм Күмертау ҡалалары сигендә урынлашҡан алты рөхсәтһеҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Бының өсөн 2022 йылда федераль бюджеттан 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән, – тине республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙе арттырыу, һыу баҫыуҙан һәм һыуҙың башҡа кире йоғонтоһонан һаҡлау буйынса эш алып бара: һыу хужалығы комплексы объекттарын төҙөү, гидротехник ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлау, йылға үҙәндәрен таҙартыу, һыу объекттарын экологик реабилитациялау, шишмәләрҙе төҙөкләндереү һәм ташҡынға ҡаршы саралар. Башҡортостан Республикаһы һыу хужалығы комплексы өлкәһендә федераль бюджеттан бүленгән бюджет ассигнованиелары күләме буйынса Волга буйы федераль округы субъекттары рейтингында 2022 йылда – 2-се, 2023 йылда 3-сө урынды биләне.

Рәсәй экологик операторы генераль директорының төбәк үҫеше буйынса урынбаҫары Сергей Королев коллегияла ҡатнашыусыларға видеосәләмләүендә Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округының ғына түгел, шулай уҡ тотош илдең ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге мәсьәләләр менән етди шөғөлләнгән әүҙем төбәктәренең береһе булып тороуын билдәләне. Тап шуға күрә республика ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм күмеү объекттарын урынлаштырыу буйынса яңы федераль проекттың пилот төбәктәренең береһе итеп һайланды.

– Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәттән файҙаланыу, биологик ресурстарҙы һаҡлау республиканың экологик-иҡтисади үҫеш нигеҙҙәре булып тора. Билдәләнгән бурыстарҙы абсолют үтәү генә беҙгә бергәләп билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк, – тип йомғаҡ яһаны Нияз Фазылов.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-19/t-bi-tte-a-lau-m-im-burys-3182823

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: