Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
23 Март 2023, 11:10

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 2022 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. 

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде
Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде

– Республикала "Экология” милли проектының “Таҙа ил”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлап ҡалыу”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проекттары тормошҡа ашырыла. “Таҙа ил” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында 2024 йылдың аҙағына тиклем республика биләмәһендә Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дәүләкән һәм Күмертау ҡалалары сигендә урынлашҡан алты рөхсәтһеҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Бының өсөн 2022 йылда федераль бюджеттан 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән, – тине республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙе арттырыу, һыу баҫыуҙан һәм һыуҙың башҡа кире йоғонтоһонан һаҡлау буйынса эш алып бара: һыу хужалығы комплексы объекттарын төҙөү, гидротехник ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлау, йылға үҙәндәрен таҙартыу, һыу объекттарын экологик реабилитациялау, шишмәләрҙе төҙөкләндереү һәм ташҡынға ҡаршы саралар. Башҡортостан Республикаһы һыу хужалығы комплексы өлкәһендә федераль бюджеттан бүленгән бюджет ассигнованиелары күләме буйынса Волга буйы федераль округы субъекттары рейтингында 2022 йылда – 2-се, 2023 йылда 3-сө урынды биләне.

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-19/t-bi-tte-a-lau-m-im-burys-3182823

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: