Ауыл уттары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
24 Март 2023, 09:00

Унда өлкәндәр йәшәйәсәк

Благовещен психоневрология интернатында геронтология бүлеге асыла.

Унда өлкәндәр йәшәйәсәк
Унда өлкәндәр йәшәйәсәк

Учреждениеның яңы корпусында өлкән йәштәгеләр йәшәйәсәк. Заманса талаптарға яуап биргән, уңайлы бина алтмыш урынға иҫәпләнгән, ул Благовещен психоневрология интернаты ҡарамағындағы геронтология бүлеген тәшкил итә. Интернаттың иҫке корпусын яңыһы менән тоташтырған йылы үткәүелдә биҙәү эштәре ахырына яҡынлаша. Проект федераль субсидия һәм республика бюджеты аҡсаһы иҫәбенә финанслана.

“Корпустың тышы ла, эсе лә заманса материалдарҙан эшләнгән, бында йәшәгәндәргә, шулай уҡ интернат хеҙмәткәрҙәренә, бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған”, – тине Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов.

Билдәле булыуынса, "Демография" милли проекты илдәге социаль хәлдәрҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: