"Демография" милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы" төбәк проекты сиктәрендә Салауат ҡалаһында 2009-2010 йылғы ауылда йәшәгән үҫмерҙәр командалары араһында "Алтын шайба" Бөтә Рәсәй йәш хоккейсылар ярышының финалы уҙҙы.
Иң яҡшылар исеменә дәғүә итеү өсөн Рәсәй Федерацияһының 16 төбәгенән командалар йыйылды.
Кушнаренко районының “Кристалл” хоккей клубы (тренер-уҡытыусы Артур Хәбиров) сираттағы тапҡыр Бөтә Рәсәй ярыштарында Башҡортостан Республикаһы исеменән лайыҡлы сығыш яһап, өсөнсө урынды алды. “Командала иң яҡшы уйынсы” һәм “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” номинацияларында шулай уҡ “Кристалл” клубы хоккейсылары Камил Әхмәтйәнов һәм Руслан Мәһәҙиев танылды.
– Һаулыҡ өсөн файҙаһы күҙлегенән ҡарағанда хоккейҙы иң яҡшы спорт төрҙәренең береһе тип атарға мөмкин. Даими шөғөлдәр умыртҡа бағанаһы, организмдың йөрәк-ҡан тамырҙары һәм терәк-хәрәкәт системалары ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн бик ҡулай, атлетик фигура барлыҡҡа килтерә һәм сыҙамлыҡты арттырыуға булышлыҡ итә. Күнекмә ваҡытында мускулдарҙың бөтә төркөмдәре йәлеп ителгән, тын алыу системаһы яҡшы эшләй. Хоккей менән шөғөлләнеү иғтибарҙы һәм күреү үткерлеген үҫтереү өсөн файҙалы, сөнки даими рәүештә шайбаны һәм хәрәкәт итеүсе уйынсыларҙы күҙәтергә тура килә, – тип һөйләне тренерҙар.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Кушнаренко районы хакимиәте.