РФ Президенты В.В. Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") республикала уңышлы тормошҡа ашырылып килә.
Әйтәйек, уҙған йылда 161 саҡрым юл тәртипкә килтерелгән. Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында, шулай уҡ төп объекттарҙа юл участкалары яҡшыртылған. Подрядсылар юл япмаһын яңыртҡан, юл буйҙарын нығытҡан, горизонталь юл билдәләрен һалған. Был эштәргә 11,1 миллиард һум аҡса бүленгән. Шуларҙың 6,5 миллиарды – федераль бюджеттан.
- Юлсылар туристик объекттарға илткән трассаларҙағы юл участкаларын ремонтлауға айырым иғтибар бүлә. 2023 йылда милли проект буйынса Өфө – Инйәр – Белорет юлының яҡынса 24 саҡрымы, Благовещен – Павловка юлының алты саҡрымы, Өфө - Бөрө - Яңауыл йүнәлешендә 23 саҡрымдан ашыу юл рәтләнде. Был эш 2024 йылда ла дауам итәсәк, - тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
2023 йылда Бәләбәй, Ғафури, Иглин, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел һәм Күгәрсен райондарында дөйөм оҙонлоғо 851 метр тәшкил иткән ете күпер ремонтланған. Шулай уҡ дөйөм оҙонлоғо 56 саҡрымдан ашҡан объекттар төҙөү буйынса эштәр алып барылған. Быларға трассаның Ҡариҙел ауылын урап үтеү участкаһын реконструкциялау, Өфөләге Көнсығыш сығыу юлын төҙөү, шулай уҡ баш ҡалабыҙҙағы Эшсе хәбәрселәр урамын реконструкциялау, Киров районында Высотная һәм Академик Ураҡсин урамдарын төҙөү инә. Эштәрҙе тамамлау һәм объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу 2024 йылға планлаштырыла.
Юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса милли проектҡа ярашлы, быйыл кәмендә 148,5 саҡрым юлды ремонтлау һәм дөйөм оҙонлоғо 566 метр тәшкил иткән һигеҙ күперҙе йүнәтеү планлаштырыла.
Сығанаҡ: Сайт Правительства РБ.