Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
9 Март , 08:45

Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты

Мәсетле районының Әйүп  ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эш башлау өсөн әҙер.

Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты
Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты

Медицина эшмәкәрлегенә лицензия алыныу менән  ул пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Фельдшер-акушерлыҡ пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлгән. Проекттың маҡсаты билдәле инде – йәшәгән урынға яҡыныраҡ ерҙә халыҡтың ихтыяжына ярашлы медицина ярҙамы күрһәтеү.

Яңы бина заманса йыһазландырылған, фельдшер кабинеты, процедура, персонал, дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре бар. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн асыҡ мөхит булдырылған, пандус ҡуйылған.

- Мобиль пункт асылыу менән Әйүп  халҡы бында диспансерлаштырыу үтә, вакцина яһата, тәүге медик-санитар ярҙамды ала аласаҡ, – тип билдәләне Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Яңылыҡ һәм фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: