Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
10 Март , 08:50

Ҡорошта яңы медицина пункты асылды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел районының Ҡорош ауылында яңы  фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Ҡорошта яңы медицина пункты асылды
Ҡорошта яңы медицина пункты асылды

Бина бөтә медик-санитар стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Унда фельдшер кабинеты, процедура, ҡабул итеү, персонал, дарыуҙар һаҡлау  бүлмәләре  урынлашҡан. Бинаның дөйөм майҙаны 70 квадрат метр тәшкил итә. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында 30 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә булған фельдшер Вера Хөсәйенова эшләй. Район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Айрат Ғәлимйәнов әйтеүенсә, медицина учреждениеһында күрше тораҡтар халҡы тәүге медицина-санитар ярҙамын аласаҡ. Бында диспансерлаштырыу үтергә, вакцина яһатырға мөмкин буласаҡ.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: