Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
13 Март , 08:10

Йәмәғәт транспорты паркы киңәйә

Һуңғы биш йылда “Башавтотранс” дәүләт ташыусыһының автопаркы 1388 автобусҡа яңырҙы. Шул иҫәптән ҙур класлы 85 автобус һатып алынды. 

Йәмәғәт транспорты паркы киңәйә
Йәмәғәт транспорты паркы киңәйә

Башҡортостанда һуңғы биш йылда “Башавтотранс” дәүләт ташыусыһының автопаркы 1388 автобусҡа яңырҙы. Шул иҫәптән ҙур класлы 85 автобус “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект «Безопасные качественные дороги») ярашлы һатып алынды.  Был маҡсатҡа 9,8 миллиард һумдан ашыу тотонолған.

“Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төрлө федераль программаларҙа ҡатнашабыҙ. Былтыр бәләкәй ҡалалар һәм ауыл биләмәләрендәге йәмәғәт транспорты өсөн махсус ҡаҙна кредиттары иҫәбенә 250 автобус һатып алынды”, – ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

2019 йылдан алып 267 маршруттың хәрәкәт схемаһы үҙгәртелгән, 78 маршрутта автобустар һаны арттырылған. Ошо уҡ йылдан алып бөтә төр йәмәғәт транспорты өсөн берҙәм “Алға” картаһы эшләй башланы. 2024 йылдың мартына был карта менән республиканың 820 мең кешеһе файҙалана ине. Карта бөтә 67 ташыу ойошмаһы өсөн дә ғәмәлдә.

Транспорт паркын яңыртыу дауам итә. Быйыл Милли именлек фонды иҫәбенә 200 автобус алыу планлаштырылған.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килде.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: