Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
16 Март , 10:55

Заманса светофор ҡуйыла

Йәйәүле төшөрөлгән аҡһыл секциялы светофорҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһында беренсе тапҡыр ҡуялар һәм ул “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги) сиктәрендә башҡарыла, тип хәбәр итә төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Заманса светофор ҡуйыла
Заманса светофор ҡуйыла

Транспорт һәм йәйәүлеләр хәрәкәтен көйләү өсөн яңы ҡоролма Артем урамындағы  43-сө йорт ҡаршыһындағы сатта барлыҡҡа киләсәк. Был эштәрҙе быйыл 30 июнгә тиклем тамамлау ниәтләнә.

- Был урам сатынан алыҫ түгел музыка мәктәбе һәм 31-се дөйөм белем биреү мәктәбе бар. Балалар ҙа был тирәлә йыш урамды киҫеп үтә. Яңы светофор водителдәрҙе хәрәкәт рөхсәт ителеүен, ләкин тәүҙә көйләнгән үткәүел буйынса юл аша үтеүсе  йәйәүлеләрҙе үткәрергә кәрәклеген иҫкәртеп торасаҡ,- ти республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты юлдарҙы уңайлы һәм хәүефһеҙ итеүгә маҡсатланған. Милли проекттың төп маҡсаты – 2030 йылға юл-транспорт ваҡиғаларында үлемде 3,5 тапҡырға кәметеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

 Фото: “Башинформ”.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: