Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
19 Март , 10:50

Милли проект ярҙам итте

Яңы медицина учреждениеһында диспансерлаштырыу үтергә, дарыу препараттарына льготалы рецептар алырға, шулай уҡ “больничный” ҡағыҙҙарын рәсмиләштерергә мөмкин буласаҡ.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел районының Дәүеш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Яңы бинала пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн яҡты һәм иркен бүлмәләр, процедура, дарыуҙар һаҡлау кабинеттары бар, һалҡын һәм эҫе һыу, электр уты үткәрелгән.Тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә ҡорамалдар алынған. Аҙ хәрәкәтләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырылған, инвалидтар өсөн пандустар ҡуйылған, персоналды саҡырыу төймәһе бар. Медицина пунктына тәжрибәле фельдшер Илүсә Исмәғилева етәкселек итә.

–Хәҙер урындағы халыҡ яңы медицина учреждениеһында диспансерлаштырыу үтәсәк, дарыу препараттарына льготалы рецептар аласаҡ, шулай уҡ “больничный” ҡағыҙҙарын рәсмиләштерергә мөмкин буласаҡ, – тине Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото һәм яңылыҡ: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: