Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
2 Апрель , 10:55

Хәүефле миҙгелгә әҙерлек тикшерелде

Белорет урман хужалығында урман янғындарын һүндереү буйынса зона уҡыуҙары үтте. 

Хәүефле миҙгелгә әҙерлек тикшерелде
Хәүефле миҙгелгә әҙерлек тикшерелде

Янғын хәүефе миҙгеле башланыуға бик аҙ ваҡыт ҡалды. Урман янғындарын иҫкәртеүгә һәм һүндереүгә йүнәлтелгән эште ойоштороу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында уларҙы һүндереү буйынса зона уҡыуҙары үткәрелә. Урман янғындарынан күрелгән зыянды кәметеү һәм һүндереү – “Экология” милли проектының төп маҡсаттарының береһе.

Шулай итеп, сираттағы уҡыуҙы Белорет урман хужалығы биләмәһендә үткәрҙеләр. Күнекмәләрҙе үткәреүҙә республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин ҡатнашты.

Сценарийға ярашлы, халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә янғын сыҡҡан. Ут дөйөм майҙаны 0,2 гектар урманды ялмап алған.  Янғын менән көрәшкә 12 техника берәмеге һәм 25 кеше йәлеп ителгән.

Уҡыуҙар барышында республиканың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге, Белорет, Тирлән, Әүжән, Инйәр, Учалы, Архангел урман хужалыҡтары һәм урмансылыҡтарының 3-сө төрҙәге “Белорет” урман янғындарын һүндереү станцияһы, шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының 28-се янғын һүндереү часы көстәре һәм саралары йәлеп ителде. Дөйөм тырышлыҡ менән шартлы урман янғыны тиҙ арала һүндерелде. Күнекмәләргә йомғаҡ яһап, янғын хәүефе миҙгеленә көстәрҙең һәм сараларҙың әҙерлеге билдәләнде.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: