Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
8 Апрель , 09:25

Салауат мәктәптәрендә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына ун йыл тулыуға арналған саралар уҙҙы.

Салауат ҡалаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында “Мәғариф” милли проектының “Патриотик тәрбиә” төбәк проекты сиктәрендә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына ун йыл тулыуға арналған саралар үтте.

Салауат мәктәптәрендә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына ун йыл тулыуға арналған саралар уҙҙы.
Салауат мәктәптәрендә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына ун йыл тулыуға арналған саралар уҙҙы.

Мәктәптәрҙә, лицейҙарҙа һәм гимназияларҙа Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу көнөнә арналған тантаналы линейкалар уҙҙы, улар, ғәҙәттәгесә, дәүләт гимнын башҡарыуҙан башланды. Мәктәп уҡыусылары Ҡырым Республикаһы тураһында шиғырҙар уҡыны, ҡыҫҡаса тарихи белешмә йәнә бер ҡат тарихи ваҡиғаның әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡырым ярымутрауы – Рәсәйҙең айырылғыһыҙ өлөшөнә, ә Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы Рәсәй Федерацияһы субъекттарына әүерелде.

Бөтә мәктәптәрҙә лә был иҫтәлекле ваҡиғаға арналған "Мөһим ваҡиға тураһында һөйләшеүҙәр" үтте. Дәрестә уҡыусылар Ҡырымдың интерактив картаһы менән эшләне, “Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу көнө”, “Рус яҙы”, Ҡырым һыр кемдең йөрәгендә” тигән видеофрагменттар ҡараны. Унда уҡыусылар тарих, ваҡиғалар һәм ҡушылыу факттары тураһындағы мәғлүмәтте ҡыҙыҡһынып өйрәнде. 2-се гимназияла тарихи сәғәт һәм Ҡырым буйлап виртуаль экскурсия ойошторолдо. Документаль фильмдан балалар ҡырымдарҙың ҡасан ҡушылыуға нисек шатланғанын белде.

“Балалар бөтә сараларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнашты. Байтаҡ яңылыҡ һәм мауыҡтырғыс нәмәләр белде, улар тураһында ата-әсәләре менән ихлас уртаҡлашты. Уҡыусыларыбыҙҙың ысын илһөйәрҙәр булып үҫеүенә ышанам. Илһөйәрлек тәрбиәһе биреү – ул белем биреү эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше, ул уҡыусыларҙа аңлы гражданлыҡ позицияһы һәм илебеҙ тарихында дөрөҫ ваҡиғалар тураһында төшөнсә тәрбиәләүгә булышлыҡ итә”, – тип билдәләне 2-се гимназияның тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Римма Фәрүәева.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: