Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
22 Апрель , 09:15

Эштәрҙе 1 майҙа башлайҙар

Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған өс юл объектында баннерҙар ҡуйылды.

Эштәрҙе 1 майҙа башлайҙар
Эштәрҙе 1 майҙа башлайҙар

Шулай, мәғлүмәт таҡталары Шәфиев, Коммунистик һәм Ибраһимов урамдарында барлыҡҡа килде. Юлсылар дөйөм оҙонлоғо 2,5 километр булған участкаларҙа эштәргә 1 майҙа тотонорға һәм уларҙы 2024 йылдың июль аҙағына тиклем тамамларға ниәтләй.

– Был объекттар – Стәрлетамаҡ халҡы өсөн мөһим. Шәфиев урамы Михайловский биҫтәһенә алып бара, ә Ибраһимов һәм Коммунистик урамдары ҡаланан Раевка трактына сығыуҙы тәьмин итә, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Быйыл Шәфиев, Коммунистик һәм Ибраһимов урамдарын ремонтлауға 81 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

2024 йылда Стәрлетамаҡта дөйөм оҙонлоғо 7 километрҙан ашыу 12 юл участкаһын ремонтлау күҙаллана. Был эштәргә 215 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: