Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
30 Апрель 2024, 03:25

Яңы заманса аппарат һаулыҡ өсөн хәүеф тыуҙырмай

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Иглин үҙәк район дауаханаһына яңы һанлы маммограф  алынды. Йәшәү урынына яҡын ерҙә медицина ярҙамын ойоштороу халыҡ өсөн уңайлы.

Маммография – ҡырҡ йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мотлаҡ диагностик тикшеренеүҙәрҙең береһе. Уны диспансерлаштырыу ваҡытында өлкәндәр ҙә үтә ала. Табип-рентгенолог Фәһим Хисмәтуллин, рентген лаборанты Гөлфиә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, яңы һанлы аппарат ваҡ ҡына шештәрҙе лә асыҡлай ала. Был хәл һөт биҙҙәрендәге сирҙәрҙе иртә диагностикаларға булышлыҡ итә, тимәк, сир аҙғанға тиклем, етди өҙлөгөүҙәр тыуҙырғанға ҡәҙәр дауалау билдәләргә мөмкин. Өҫтәүенә заманса ҡорамалдың рентген нуры дозаһы аҙ, шуға күрә һаулыҡ өсөн хәүеф тыуҙырмай.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Яңылыҡ: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас