Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Милли проект
4 Мая 2024, 04:40

Шакша күпере яртылаш әҙер

Өфөлә Ҡариҙел йылғаһы аша Шакша күперенең әҙерлеге бөгөнгә 43 процентҡа етте, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Шакша күпере яртылаш әҙерШакша күпере яртылаш әҙер
Шакша күпере яртылаш әҙер

Өфөлә Ҡариҙел йылғаһы аша Шакша күперенең әҙерлеге бөгөнгә 43 процентҡа етте, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проектына (национальный проект “Безопасные качественные дороги“) ярашлы башҡарыла.

Подрядсылар таяныстарҙың ферма аҫты майҙансыҡтарында опалубка һалыуҙы һәм металл конструкциялар ҡуйыуҙы тамамланы. Тигеҙләү өсөн бетон йәйеү дауам итә.

“Объектта 70-ләп кеше эшләй. Ауыр төҙөлөш техникаһы ҡулланыла. Эш тәүлек әйләнәһенә бара”, – ти транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Быйыл июндә күперҙең бер өлөшөн тамамлау һәм уның буйынса хәрәкәтте асыу планлаштырыла. Ә тулы күләмдә эш 2025 йылдың февралендә тамамланырға тейеш. Ремонт хаҡы 2,16 миллиард һум тәшкил итә.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас