Урманды тергеҙеү эштәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына буйынса ҡабул ителгән “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) сиктәрендә үткәрелә.
- Быйылға 15,2 мең гектар майҙанда урман тергеҙеү эштәрен башҡарыу буйынса план билдәләнде. Федераль проект күрһәткестәренә өлгәшеүҙе тәьмин итеү маҡсатында ағас ултыртыу эштәре быйыл көҙ тамамланасаҡ, - тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Республиканың Урман хужалығы министрлығында аңлатыуҙарынса, әлеге ваҡытта төбәктә урман тергеҙеү һәм урман үҫтереү 2,5 мең гектарҙан ашыу майҙанда башҡарылған. Шул иҫәптән яһалма урман тергеҙеү – 2,3 мең гектар, был план күрһәткестәренең 40 процентын тәшкил итә, шулай уҡ 255,8 гектар майҙанда урман үҫтереү - 82,5 процент.
Учалы, Әүжән, Асҡын, Бөрө, Бөрйән, Дүртөйлө, Кананикольский, Ҡариҙел урмансылыҡтары урмандарҙы тергеҙеү буйынса дәүләт заданиеһы сиктәрендә башҡарылған ағас ултыртыу күләмдәре буйынса алдынғылыҡты биләй.
Һүрәттә: Ҡариҙел урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.